Пятница, 29.03.2024, 11:10
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ ООШ с. Ташлыкуль

Меню сайта
Друзья сайта
Облако тегов
Мини-чат
300
Наш опрос
Оцените школьный сайт
Всего ответов: 186

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ИЖАДЫНА ҺӘМ ТОРМОШ ЮЛЫНА БАҒЫШЛАНҒАН КИСӘ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

БҮЗДӘК РАЙОНЫ ТАШЛЫКҮЛ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

Скачать материал

http://tashscool.ucoz.ru/load/0-0-0-14-20

 РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ 

 ИЖАДЫНА ҺӘМ ТОРМОШ ЮЛЫНА БАҒЫШЛАНҒАН КИСӘ

 Башҡарҙы: Батыргәрәева Әлминә Әнғәм ҡыҙы,

 башҡорт теле уҡытыусыһы

 

 

 

ТАШЛЫКҮЛ

2011

 

 

Заманым тип тамаҡ ярмаһам да,

заман ярып үтте йөрәкте…

Р.Ғарипов ижадына, тыуған көнөнә бағышланған кисә.

Маҡсат: Р.Ғариповтың ижадына, шәхес булараҡ, үҙенә оло ихтирам
тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Ғариповтың портреты, шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған плакаттар, китаптар күргәҙмәһе, Р.Ғариповтың тормош һәм ижад юлына бағышланған стена гәзите, презентация.
Беренсе алып барыусы.
Хәйерле кис, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусылар, дуҫтар! Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премиһы лауреаты, бөтәбеҙҙең дә яратҡан һәм талантлы шағирыбыҙ Рәми ағай Ғариповтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисәбеҙҙе башлайбыҙ.
Икенсе алып барыусы.
Добрый день, уважаемые гости, дорогие учителя, друзья! Разрешите открыть вечер, посвященный юбилею народного поэта Республики Башкортостан, лауреата премии имени Салавата Юлаева Рами Гарипова.
Беренсе алып барыусы.
Бөгөн беҙ шағирыбыҙҙың оло таланты алдында баш эйәбеҙ. Әҙәби кисәбеҙҙе Рәми Ғариповтың "Кеше” исемле шиғыры менән асып ебәрергә рөхсәт итегеҙ.
Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа матур уҡыу оҫтаһы Гөлиә Шәфиҡова "Кеше” шиғырын башҡара.
Кеше кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә янып эшләһен дә
Ял иткәндә көлһөн, йырлаһын!
Һыҡранмаһын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул, яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының…
Икенсе алып барыусы.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1943 йылда Сталинград янында һәләк була. Бөтә ауырлыҡ 11 йәшлек Рәмигә һәм уның әсәһе елкәһенә төшә. Тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, 1946 йылда Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә.
1950 йылда Мәскәүгә барып, А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә.
Беренсе алып барыусы.
В свое время имя поэта было широко известно – стихи его покорили читатаелей. В начале 60-х годов открываются лучшие страницы поэзии Гарипова, искренние и честные, светящие тонкой лирикой. В эти годы поэт работал с особым творческим подъемом. В результате его лучший сборник "Песня жаворонка”. За один лишь 1962 год написано 100 стихотворений. Одна за другой выходят книги: "Полет”, "Аманат”, "Рябинушка-невестушка”. Все эти сборники сыграли исключительную роль в развитии башкирской поэзии и сделали Гарипова одной из центральных фигур.
Беренсе уҡыусы.
Все доброе, что есть в моей груди,
Все сколько ты сумеешь унести,
Всю одержимостью любовь мою…
Икенсе алып барыусы.
 Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре – 1950 йылда  "Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге "Ағиҙел”) журналында баҫылған "Ленин” шиғыры. Тәүге китабы – "Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителәсәк "Тыуған көн” шиғырында Рәми ағай ғүмеренең яртыһы үтеп китеүенә ишара яһап, шул осор эсендә үҙ халҡына, үҙ иленә эшләгән изгелектәренең бик аҙ булыуына үкенес белдерә. Ә бит был шиғырын яҙғанда авторға ни бары 30 ғына йәш була.
Икенсе уҡыусы.
"Тыуған көн” шиғырын уҡый.
Беренсе алып барыусы.
Рами Гарипов от всей души любил поэзию и посвятил ей всю свою жизнь. Поэт, который писал: "Чувство Родины – вся моя жизнь, мое дыхание, биение моего сердца” – никогда в своем творчестве не забывал, что он сын своей земли, что он несет ответственность за прошлое, сегодняшнее и будущее страны, народа. Он видел не только успехи, победы, но и противоречие – трагедии своего времени, пропускал через свое сердце и спешил сказать обо всем этом правдивое слово.
Он любил свой край, восхищался красотой гор, лесов, красавицей рекой – Юрюзань. Свою любовь к родной земле, каждой ее травинке, каждому цветочку поэт выражает такими словами:
Я слышу их, я их понимаю
Они говорят на моем языке.
Не могу нагледеться на тебя, родная земля
Живи ты вечно, родная моя.
Тема родной земли раскрывается в творчестве поэта в неразрывном единстве с темой родного языка. Сегодня эта тема является самой актуальной. Стихи Рами Гарипова "Родной язык” и "Аманат” звучат очень своевременно.
Өсөнсө уҡыусы.
"Туған тел” шиғырын уҡый.
Икенсе алып барыусы.
Рәми Ғарипов – художестволы тәржемә өлкәһендә лә күп эшләгән шағир. Шиғри тәржемә уның өсөн үҙе бер оҫталыҡ мәктәбе була. Ул бөтә донъя классик поэзияһының иң яҡшы өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итеү хәстәрлеген күрә, ҙур бер тәржемә антологияһы төҙөй. Уны "Минең антологиям” тип атай. Ул боронғо Көнсығыш әҙәбиәте классиктары Рудаки, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарынан алып Көнбайыш әҙәбиәтенең Шекспир, Гете, Гейне һәм Пушкин, Лермонтов, Шевченко, Абай шиғырҙарына, совет әҙәбиәтенең С.Есенин, А.Твардовский, Р.Гамзатов, М.Дудин шиғырҙарына тиклем киңлектә ҙур поэзия үрнәктәрен үҙ эсенә ала.
Дүртенсе уҡыусы.
А.С.Пушкиндың "Бағыусыма” (Р.Ғарипов тәржемәһе) шиғырын уҡый.
Бересе алып барыусы.
Рами Гарипов в своих стихах освещал современность в связи с прошлым, с историей. Он думал, размышлял о будущем и призывал людей к борьбе за справедливость, справедливое будущее.
Ради сегодняшнего и будущего общества нужно учиться у истории, брать у нее уроки, для воспитания людей необходимо опираться на традиции, переходящие из поколения в поколение. Вершиной творчества явилась поэма "Поколение”.
Бишенсе уҡыусы.
Читает отрывок из поэмы "Поколение”.
Икенсе алып барыусы.
Рәми Ғарипов шиғриәте – моңло һәм күп буяулы поэтик жанр. Уның бар моңо һәм биҙәге барыһы ла тәбиғәттән, шуның менән улар тәбиғи ҙә, ифрат төрлө лә. Унда, гүйә, һабантурғай йырҙары, һандуғас моңо, бөркөт саңҡыуы, торна сыңрауы шағир яратҡан Моцарт, Шопен, Паганинин, Чайковский, Исмәғилев көйҙәре, ҡурай өндәре менән ҡушылып, үҙе бер шиғри симфонияға тарта кеүек.
Беренсе алып барыусы.
В 45 лет разорвалось горячее сердце поэта, который сумел даже в застойные годы смело говорить о правде жизни. Говоря о настоящем поэте, нельзя не сказать о его новаторстве.
Рами Гарипов – неповторимый поэт, яркий талант. Размышление о судьбе народа, забота о родном языке, многообразие мыслей и чувств, тонкий лиризм, главное – тесная связь с жизнью – вот некоторые грани поэзии Гарипова.
Каждый из этих аспектов требует специального исследования. Подробности его жизни – в его стихах.
Алтынсы уҡыусы.
Стихотворение "О березка”.
Икенсе алып барыусы.
Рәми Ғарипов тормошта ла, ижадта ла янып йәшәй һәм эшләй. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, ул үҙендә йәшәүгә көс, ижадҡа илһам таба.
"Аманат” ҡобайырында тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға саҡыра:
Һай таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер түңгәк һин илеңә.
Беренсе алып барыусы.
Из воспоминаний поэта-публициста Виля Гумерова: "Через его стихи, его жизнь я понял секрет вечной молодости его души: он никому, никогда не лгал, никогда никого не предавал, он был всегда честен, прежде всего перед самим собой и перед поэзией. Есть разные поэты. Те, что тревожат, будоражат народ. Но есть и такие, что греют сердце. Таким был Рами Гарипов”.
Икенсе алып барыусы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Салауат Юлаев прмияһы лауреаты Рәми ағайҙың яҡын дуҫы Рауил Бикбаев һүҙҙәре менән әйткәндә: "Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара. Уның ысын ҡәҙере арта бара”. 1988 йылда Рәми Ғарипов Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Ә 1992 йылдың 4 февралендәге Башҡортостан Юғары Советы Президиумы Указы менән уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән почетлы исем бирелә.
 Рәми Ғарипов беҙҙең аранан артыҡ иртә китә – ни бары ҡырҡ биш йәшендә китә. Ләкин ул башҡорт шиғриәтенә юйылмаҫ биҙәк, онотолмаҫ моң өҫтәп китә.
Беренсе алып барыусы.
Ә хәҙер бергәләп Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына бағышланған кроссвордты сисеп алайыҡ. (Слайд № 10.)
Икенсе алып барыусы.
Ошоноң менән тантаналы кисәбеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
 
Әҙәбиәт
1.     Р.Ғарипов. Әҫәрҙәр. – Өфө: "Китап”, 2001.
2.     Р.Бикбаев. "Шағир һүҙе – шағир намыҫы”. -  Өфө: "Китап”, 1997.
3.     Ғ.Хөсәйенов. "Яҙмышыма яҙғаны”. - Өфө: "Китап”, 2001.
4.     Башҡорт әҙәбиәте тарихы. - Өфө: "Китап”, 1996.

 

 

    

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь
Часы
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Профиль
Гость 

Сообщения:

Группа:
Гости
Время:11:10

Добро пожаловать на наш портал.Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь!
Поиск

Copyright MyCorp © 2024